«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Һаҡ булығыҙ - муттар!" акцияһы



29.07.2019 "Һаҡ булығыҙ - муттар!" акцияһы

Өфө ҡалаһының полиция хеҙмәткәрҙәре "Һаҡ булығыҙ - муттар!" тип аталған мәғлүмәти-пропаганда акцияһын үткәргән.
Уның маҡсаты - ололарҙы төрлө мутлыҡтарҙан аралау.


Сара барышында полицияның участка вәкилдәре урындағы халыҡ араһында аңлатыу эштәрен алып барҙы, тип белдерә Эске эштәр министрлығының Өфө буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте. Идаралыҡ тарафынан хәтер дәфтәре булдырылып, унда мутлыҡтарҙың төрҙәре, нисек муттарҙан ҡотолоу юлдары күрһәтелгән.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға