«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Юл фажиғәләре - 28 июль



29.07.2019 Юл фажиғәләре - 28 июль

Кисә, 28 июлдә, республика юлдарында 9 автомобиль аварияһы теркәлеп, ике кеше һәләк булған, 15 кеше яралар алған.

Кискә ҡарай Туймазы районында, Бәләбәй-Николаевка-Туймазы-Баҡалы автоюлының 44-се саҡрымында, ҡара-ҡаршы килгән "Nissan Note" менән "Kia Spectra" бәрелешкән. "Nissan"-дың 37 йәшлек водителе (ул Туймазы районынан) шунда уҡ һәләк булған. 48 йәшлек икенсе водитель, уның ҡатыны, 24 йәшлек ҡыҙы - дауаханала (улар Шаран районынан).

Төнгә ҡарай Дүртөйлө районында, Мәскәү-Өфө автоюлының 1230-сы саҡрымында, 19 йәшлек егет "Daewoo Nexia"-ла 82 йәшлек бабайҙы төрттөргән. Оло кеше юлды билдәләнмәгән ерҙән үтеп барған. Ул "Тиҙ ярҙам" килгәнгә тиклем үк йән биргән.

Тәүлек эсендә Дәүләт юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан 2300-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы теркәлгән, эскән килеш руль артына ултырған 82 водитель тотолған.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға