«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Миндек әҙерләнегеҙме?



31.07.2019 Миндек әҙерләнегеҙме?

Миндекте ҡояшлы көндә әҙерләйҙәр. Ағас ботаҡтарын ысыҡ кипкәс һындырырға кәрәк. Ҡыҫып бәйләмәгеҙ, япраҡтар ҡараймай, тигеҙ кипһен. Дөрөҫ кипкән япраҡтар тоноҡ йәшел төҫтә була.

Миндек элек-электән тәнгә массаж яһау өсөн, ташҡа һалып, һыу һибеп, һауаға хуш еҫле пар таратып дауаланыу өсөн дә (ингаляция), ауырыуҙарҙы дауалау сараһы булараҡ та ҡулланыла.


Ҡайын миндеге
Быуындар ауыртыуынан, ауыр эштән һуң һыҙланғанда бына тигән дауа. Тирене лә таҙарта, яраларҙы уңалта, тынысландыра, кәйефте күтәрә. Бронхтарҙы ла асып, ҡаҡырыҡты сығара. Япраҡтарҙағы витаминдар, файҙалы матдәләр тире аша ыңғай тәьҫир яһай. Ә миндек бешергән һыу менән сәсте сайҡатыу уны нығыта, ҡауаҡты бөтөрә.

Имән миндеге
Тире майлы булғанда, бигерәк йәтеш. Сабыртмаларҙы бөтөрә, биткә матур төҫ бирә. Еҫе сабынғанда ҡан баҫымы күтәрелеүҙе тотҡарлай. Ҡайһы бер тире ауырыуҙарын дауалау, аяҡ тирләүен кәметеү өсөн ҡулланыла. Имән миндеге кешегә имән көсө бирә.

Йүкә миндеге
Баш ауыртыуын бөтөрөргә, бөйөр эшмәкәрлеген яҡшыртырға һәләтле, яҡшы тирләтә, тынысландыра. Яралар тиҙ төҙәлә, тәндән һыуыҡты ҡыуа, ҡаҡырыҡты сығара.

Ерек миндеге

Һыуыҡ тейгәндә, быуындар, тән һыҙла­ғанда ҡулланыу һәйбәт һөҙөмтә бирә.

Аҡ шыршы, артыш миндектәре
Сайырының еҫе лә дауаға эйә, сәнскеләберәк тирене ҡуҙғыта, тир сығарта, ҡан әйләнешен көсәйтә. Умыртҡа ауыртҡанда, невралгия, радикулит булғанда тәбиғи массажлаусы булараҡ та бик файҙалы. Һауаны таҙарта, йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы торорға булышлыҡ итә.





Автор: З. Йәһүҙина
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға