30.07.2019 «Яҙмыштарҙа – ил тарихы» тапшырыуында – Ыҡ буйы башҡорттары
Ыҡ йылғаһы, белеүегеҙсә, Бәләбәй һәм Бишбүләк райондары сигендә башланып, Бәләбәй ҡалаһы эргәһенән, Октябрьский ҡалаһы аша, Бишбүләк, Йәрмәкәй, Туймазы, Шаран райондары, Татарстан Республикаһы сиге, Ырымбур өлкәһе аша аға. Ошо йылға һыуын һыулаған аҫаба вариҫтары араһында йорт-ере, ҡан ҡәрҙәштәре, ил азатлығы, туған теле, дине өсөн йәнен фиҙа ҡылырҙай милләттәштәребеҙ күп. Исемдәренең асылғаны бар, асылмағандары, киң йәмәғәтселектә бик үк ишетелмәгәндәре лә етерлек.
Ыҡ буйы башҡорттарынан күренекле ғалим, дин әһеле Ризаитдин Фәхретдиновтан башлап, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, герой исеменә лайыҡ булған шәхестәребеҙгә тиклем "Яҙмыштарҙа – ил тарихы" тапшырыуында яҡтыртыла. Ризаитдин Фәхретдиновтың улдары Ғабдрахман менән Ғәбделәхәт тә тарихтан билдәле. Тапшырыуҙарҙың яҙыла торғандары: Йәрмәкәй районынан Зәки Вәлидиҙең көрәштәштәренең береһе, милли азатлыҡ хәрәкәтенең танылған эшмәкәре, ғалим Сәләхетдин Атнағолов, Советтар Союзы геройҙары – штурман-осоусы Ғәлиәхмәт Мәжитов, Һыуыҡҡул ауылы башҡорто Мөғин Нуғаев. Шулай уҡ Йәрмәкәйҙә тыуып үҫеп, ғүмере буйы Үзбәкстан яҡтарында йәшәгән, күренекле яҙыусы булараҡ танылған Йәүҙәт Ильясовты яҡташтары белеп тә етмәйҙер. Уны төпләнгән яғында абруйлы шәхес, бик күп роман авторы булараҡ ҙурлайҙар.
1938 йылда Хәсән күле янында япондар менән һуғышта ҡаһарманлыҡ күрһәткән яугир, рота командиры, лейтенант Ғәни Ғәлимов тураһында республика кимәлендә киң билдәле түгел. Туймазынан Советтар Союзы Геройы Шәкирйән Ғәтиәтуллиндың, Мишкә районының Оло Шаҙы ауылынан генерал Ғәлийән Ғәлиевтың батырлыҡтары баһалап бөткөһөҙ. Улар тураһында урындағы мәктәп музейҙарында хәтирәләр йыйыла, батырлыҡ дәрестәре үткәрелә.
Минзәлә башҡорттарынан дворян нәҫелдәре Солтановтар эшмәкәрлеге тураһында ла тарихсыларыбыҙ, ғалимдарыбыҙ өйрәнә. Йәнә башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, инженер-энергетик Тәкиулла Алиев хаҡында ошо көндәрҙә ҡыҙынан яҙып алған хәтирәләр ҙә ҡыҙыҡлы булыр.