29.07.2019 Хөкүмәт кәңәшмәһендә "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проекты ентекле ҡаралды
БР Хөкүмәтенең бөгөнгө аҙналыҡ оперативкаһында милли проекттар тураһында тема күтәрелде.
Республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Марат Әхмәҙуллин "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектын ғәмәлгә ашырыу барышы хаҡында һөйләне.
Был йәһәттән беҙҙә өс төбәк проекты эшләй. Уның маҡсаттарына ирешеү өсөн аныҡ бурыстар планы билдәләнгән.
Мәҫәлән, "Башҡортостан Республикаһы торлағы" проекты буйынса беҙҙә 2024 йылға 3,727 миллион кв. м торлаҡ төҙөү күҙалланған. Быйыл иһә 2,1 миллион кв. м. торлаҡты сафҡа индереү ҡаралған.
Тағы ла төбәк милли проекттары - "Башҡортостан Республикаһында ипотека" һәм "Йәшәүгә яраҡһыҙ торлаҡ фондын тотороҡло кәметеүҙе тәьмин итеү".
Быйыл ошо өс проектҡа 1 млрд 285 һумдан ашыу аҡса бүленергә тейеш. Шуның 954 миллион һумы - федераль ҡаҙнанан.
Йәшәүгә яраҡһыҙ торлаҡтан быйыл һәм 2020 йылға түбәндәге район-ҡалаларҙан күсерергә ниәтләнәләр: Баҡалы, Балтас, Белорет, Дүртөйлө (район һәм ҡалаһы), Илеш, Ҡалтасы, Мәсетле, Мишкә райондары, Өфө ҡалаһы.
Торлаҡ төҙөү, авария хәлендәге йорттарҙан күсереү менән бер рәттән ихаталарҙы, парктарҙы, аллея-скверҙарҙы, ғөмүмән, биләмәләрҙе төҙөкләндереү буйынса ғәйәт ҙур эш башҡарыласаҡ.
Шул уҡ ваҡытта БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Дәүләкән ҡалаһындағы бер йортта подъезд ремонтын тәнҡитләне.
Унда йорттан сыҡҡас та, кешенең алдында 20 см бейеклектәге бордюр хасил була. Шунда уҡ, йәнәһе, коляскала ултырғандар өсөн "юл" да эшләнгән. Был уңайлы ҡала мөхите түгел. Муниципалитеттар етәкселәре бындай иғтибарһыҙлыҡҡа бармаһын, тине республика етәксеһе.