«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Газ хеҙмәткәрҙәре булып йөрөй бурҙар



25.07.2019 Газ хеҙмәткәрҙәре булып йөрөй бурҙар

Тыуған көнөндә 85 йәшлек пенсионер ҡатын ялған "газовиктар"ҙың алдағына эләгеп, 55 мең һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан.

Өфө ҡалаһында булған был хәл. Көпә-көндөҙ ир менән ҡатын үҙҙәрен газ хеҙмәте хеҙмәткәребеҙ, тип таныштырып, мотлаҡ плитәне, газ счетчигын тикшерергә кәрәк, тип фатирға үткәндәр. Ир хужабикәне әүрәтеп, аш бүлмәһендә приборҙарҙы "тикшергән" арала, ҡатын шымтанлап икенсе бүлмәгә шылған. Хужабикә бер аҙҙан быларҙың тиккә йөрөмәгәндәрен һиҙемләп, уларҙы ҡыуып сығарған. Улар сығып киткәс, 55 мең һум аҡсаһы юғалғанын асыҡлаған.

Тыуған көнө булғас, пенсионерка шунда уҡ ғауға күтәрмәгән, аҙаҡ ҡына был хәл тураһында ҡыҙына хәбәр итеп, полицияға барған.

Әлеге ваҡытта полиция хеҙмәткәрҙәре бурҙарҙы эҙләй.

Ҡат-ҡат иҫкәртәбеҙ: зинһар, һаҡ булығыҙ, дуҫтар, өйҙә яңғыҙ булғанда яттарҙы өйгә индермәгеҙ, урамда шикле әҙәмдәр менән танышмағыҙ. Хәүефкә саҡ ҡына шик тыуғанда ла полицияға хәбәр итегеҙ! Туған-тыумасаларығыҙҙы ла был турала иҫкәртегеҙ.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға