26.07.2019 Владимир Путин Төркиә граждандарына визаһыҙ инергә рөхсәт итте
Рәсәй Президенты Төркиәгә ҡарата санкцияларҙың бер өлөшөн бөтөрҙө.
Владимир Путин Төркиә менән "Рәсәй һәм Төркиә граждандарының илдәр араһында йөрөү тураһында"ғы килешеүенең бер өлөшөн яңынан ғәмәлгә индерҙе.
Документҡа ярашлы, бынан ары махсус һәм эш буйынса ҡыҫҡа ваҡытҡа беҙҙең илгә килгәндә төрөк паспорттарына эйә булыусыларға виза яһатмаһа ла була.
"Министерству иностранных дел РФ в установленном порядке направить Турецкой Республике уведомление о частичном возобновлении действия соглашения между правительством РФ и правительством Турции об условиях взаимных поездок граждан РФ и граждан Турции от 12 мая 2010 года", — тиелә Путиндың указында.
Беләһегеҙ, 2016 йылдың 1 ғинуарынан Төркиә граждандары беҙгә визаһыҙ инә алмай ине. Бындай сикләү 2015 йылдың ноябрендә төрөк хәрбиҙәренең Сүриә күгендә Рәсәй Су-24 самолетын бәреп төшөргәненән һуң ҡабул ителгәйне.