«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Исем тип, ғүмерһеҙ ҡалды



25.07.2019 Исем тип, ғүмерһеҙ ҡалды

Бынан биш көн элек, АҠШ-та Рәсәй бокссыһы Максим Дадашев менән Пуэрто-Рико спортсыһы Сабриэль Матиас араһында булған алышта, тәүгеһе дәғүәсеһенән төрлө йәрәхәт алып, урындағы дауаханала йән бирә.
28 йәшлек Максимдың баш мейеһенә ҡан һауыу сәбәпле, йөрәге һуғыуҙан туҡтай. Ул быға тиклем профессиональ рингта 13 осрашыу уҙғарып, барыһында ла еңә һәм 11-ндә дәғүәселәрен нокаут менән ота.
Һуңғы бәйгелә Дадашев дәғүәсеһенә күп ваҡыт бирешә. Хатта бер мәл уның тренеры тәрбиәләнеүсеһен алыштан баш тартырға саҡыра. Әммә тегенеһе бирешергә теләмәй 11-се раундҡа хәтлем түҙә һәм Максимдың туҡмалыныуына түҙә алмай уның тренеры алышты туҡтатырға әйҙәй. Тик һуң була инде.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға