24.07.2019 Бәһлеүән булам тиһәң...
"Уралым" гәзите хәбәр итә:
Арҙаҡлы Силәбе башҡорто, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған тренеры Морис Йосопов Белореттағы яңы "Олимпия" спорт комплексында 25 июлгә тиклем оҫталыҡ дәрестәре алып бара.
Билбау көрәше, дзюдо, самбо, көрәш буйынса таһыллығыңды арттырғың килһә, оҫта спортсының дәресенә өлгөрөп ҡал.
Күрһәтмә сығыштарҙа Морис Харис улына билбау көрәше буйынса донъя чемпионы Динә Ғиззәтуллина ярҙам итә.