«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һаҡланғанды...



25.07.2019 Һаҡланғанды...

Бәпесегеҙ тыуҙымы? Янғынды иҫкәртеүсе прибор алығыҙ!

2018 йылдың 1 ғинуарынан балаһы тыуған һәр ғаиләгә Башҡортостанда янғынды иҫкәртеүсе приборҙар бушлай бирелә.

Быға тиклем янғын тураһында иҫкәртеүсе приборҙарҙы ишле һәм социаль яҡтан хәүефле ғаиләләр генә ала ине. 2018 йылдың 1 ғинуарынан балаһы тыуған һәр ғаилә ошо ҡоролма менән тәьмин ителә.

Янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡоролманы алыр өсөн ғариза яҙырға кәрәк.

Ғаризаны Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының рәсми сайтында "Граждандарҙың мөрәжәғәте" бүлегендә https://gkchs.bashkortostan.ru, шулай уҡ "Хәүефһеҙ мөхит" порталында https://safety.openrepublic.ru/ ҡалдырырға мөмкин;
- Ошо күрһәтелгән телефондарҙан да шылтыратып, телдән ғариза ҡалдырып була: +7 (347) 298-11-47, +7 (903) 31-11-147.
- Бала табыу йортонда һәм ЗАГС бүлегендә лә ғариза ҡалдыра алаһығыҙ.

Шунан һуң автоном янғын тураһында иҫкәртеүсе приборҙы тапшырыуҙың ваҡытын һәм урынын билдәләү өсөн һеҙҙең менән бәйләнешкә сығасаҡтар.

Ата-әсәнең береһенең паспорты менән бала тыуыу тураһындағы таныҡлыҡтың күсермәһе кәрәк буласаҡ.

Прибор, әйткәндәй, батарейкаларҙа эшләй.

Ут менән һаҡ булығыҙ! Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға