«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Юл фажиғәләре - 23 июль



24.07.2019 Юл фажиғәләре - 23 июль

Кисә, 23 июлдә, республика юлдарында 13 автомобиль аварияһы теркәлеп, бер кеше һәләк булған, 19 кеше яралар алған.

Көндөҙ Стәрлебаш районында 41 йәшлек ир (Стәрлетамаҡтыҡы) йөрөткән "Лада Гранта" юлдан осоп төшөп, ауҙарылған. Аварияла 45 йәшлек пассажир ауыр йәрәхәттәр алып, дауаханала йән биргән. Шулай уҡ аварияла 66 йәшлек ир менән 7 йәшлек малай ҙа травмалар алған. Водителдең иҫерек булыуы билдәле, әлеге ваҡытта тикшереү бара.

Шишмә районында иртән Арыҫлан-Шишмә-Ҡырғыҙ-Миәкә автоюлының 3-сө саҡрымында ҡара-ҡаршы килгән "Renault Logan" менән "Toyota Platz" бәрелешкән. Шунан һуң "Renault" "КамАЗ"-ға ла төкөлгән. Төрлө травмалар алған "Renault"-ның 35 йәшлек водителе менән пассажир ҡатын әлеге ваҡытта дауаханала.

Тәүлек эсендә Дәүләт юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан 2300-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы теркәлгән, эскән килеш руль артына ултырған 29 водитель тотолған.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға