«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәш ҡыҙҙарға ла юҡ ышаныс



23.07.2019 Йәш ҡыҙҙарға ла юҡ ышаныс

Стәрлетамаҡта ирле-ҡатынлы пенсионерҙар тыныс ҡына кисен телевизор ҡарап ултырғанда, ишектәренә туҡылдатҡандар. Барып асһалар - унда йәш ҡыҙ тора икән. Иҫке аҡсаларҙы яңыһына алыштырам, шулай кәрәк, тип киң йылмайғас, 81 йәшлек әбей уныһын-быныһын һорашып-төбәшеп тә тормай, аҡсаларын сығарырға йүгергән. Саҡырылмаған ҡунаҡҡа ике йыл буйына йыйған 300 мең һум аҡсаһын тотторғас, алмашҡа өр-яңы бәйләм аҡса алған.

Ҡыҙыҡай шунда уҡ тайған, ә пенсионер ҡатын, "аҡсаны" иҫәпләп тә ҡарамай, йәшереп ҡуйған. Ире, яңы аҡсалар ниндәйерәк була икән, тип ҡыҙыҡһынып, аҡсаларҙы асып ҡараһа, унда "Банк приколов"тан 16 купюра ятҡан. Пенсионерҙар ҡыҙ артынан йүгергән дә бит, ҡыҙҙан елдәр иҫкән шул. Бахырҡайҙар күршеләренә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәс, улары полицияға шылтыратҡан.

Енәйәтсене эҙләү бара, тик таба алырҙармы-юҡмы инде...





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға