«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Аҡсалар тү-тү...



23.07.2019 Аҡсалар тү-тү...

Аҡсалар тү-тү...Салауат ҡалаһында йәшәүсе 60 йәшлек пенсионеркаға билдәһеҙ ҡатын шылтыратып, үҙен банк хеҙмәткәремен, тип таныштырған һәм пенсионеркаға 7,5 мең һум бонус барлығы тураһында хәбәр иткән. Ләкин ул бонусты күсерер өсөн, йәнәһе лә, банк картаһының номеры, шул иҫәптән карта артындағы хәүефһеҙлек коды ла кәрәклеген әйткән.

Пенсионерка уға ышанған (ышанмай ни, билдәһеҙ ҡатын уның паспорт мәғлүмәттәрен дөрөҫ әйткән бит) һәм кәрәкле мәғлүмәтте биргән. Тик билдәһеҙ ҡатынды пенсия картаһының номеры ҡәнәғәтләндермәгән, ул икенсе, кредит картаһының, номерын һораған. Пенсионерка тағы ла карта номерынан тыш смс-хәбәрҙәр аша мобиль банктан килгән паролдәрҙе лә әйткән.

Һөҙөмтәлә ул бонустар урынына үҙенең кредит картаһындағы 27 мең һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан.

Шул уҡ көндө Салауат ҡалаһы полицияһына 39 йәшлек ҡатын да мөрәжәғәт иткән: "банктан" килгән һорау алыуҙа ҡатнашырға ниәтләп, һылтанма буйынса күскән, шунан унда талап ителгәнсә банк картаһының номерҙарын, смс менән килгән кодты ла яҙған. Һәм 15 мең һум аҡсаһы менән хушлашҡан.

РФ Эске эштәр министрлығының Салауат ҡалаһы бүлеге белдереүенсә, әлеге ваҡытта был ваҡиғалар буйынса енәйәт эшен асыу мәсьәләһе ҡарала.

Беҙ үҙ сиратыбыҙҙа дуҫтарыбыҙҙы иҫкәртәбеҙ: һис бер кемгә банк карталарының реквизиттарын әйтмәгеҙ! Һылтанмалар буйынса күсмәгеҙ! Айырыуса оло кешеләргә, таныш булмаған номерҙан шылтыратыуҙарҙы алмауығыҙ хәйерле, тибеҙ.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға