«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Сит илгә барһағыҙ, күстәнәскә емеште артыҡ алмағыҙ



23.07.2019 Сит илгә барһағыҙ, күстәнәскә емеште артыҡ алмағыҙ

Сит илдән биш кило емеш һәм өс гөлләмәне генә еңел алып ҡайта аласаҡһығыҙ. Ҡағиҙәләр ҡатмарлашты.

Рәсәй Хөкүмәте тарафынан беҙҙең илгә ситтән индерергә мөмкин булған емеш, йәшелсә һәм сәскә күләме тураһында яңы ҡағиҙәләр раҫланды.

Таможняла бигерәк тә туристарҙы ныҡ тикшерәсәктәр. Яңы документта барыһы ла тәфсирләп яҙылған, нимәнең орлоҡ, үҫенте, рассада булыуы ла аныҡ билдәләнгән. Шулай уҡ ҡайҙан рөхсәт алыу тураһында ла әйтелгән. Кемгә кәрәк, табығыҙ, уҡығыҙ, ятлап алығыҙ. Юҡһа, сиктән үткәндә сумаҙанығыҙҙы байтаҡ бушатырға тура килер.

Ҡабатлап әйтәбеҙ: биш килограмдан да артыҡ емеш-фәлән алһағыҙ, ҡалғанын таможняла "бүләк" итергә тура килмәгәйе. Әлбиттә, фитосанитар сертификатығыҙ булмаһа. Булһа, рәхәтләнеп ташығыҙ әйҙә.

Ҡағиҙәләр 19 августан үҙ көсөнә инә.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға