23.07.2019 Һаҡ булығыҙ: һары үрмәкселәр
Өфөлә ике ирҙе үрмәксе тешләгәндән һуң дауаханаға һалғандар.
Үрмәксе һары төҫтә булған. Ирҙәр тәүҙә ҡан баҫымы күтәрелеүгә зарланған, аҙаҡ иҫтән дә яҙғандар.
Ғалим биологтар әйтеүенсә, был һары ағыулы үрмәкселәр (паук-сак, хейракантиум) хәүефле, әммә кешелә аллергия булмаһа, үлемесле тешләмәй. Әлеге бөжәктәр йәшәү мөхитен киңәйткән, тимәк, беҙҙә оҙаҡҡа ҡаласаҡтар.
Шулай уҡ, зоологтар белдереүенсә, был ваҡытта уларҙың "ҡауышыу осоро", шуға ла яҡын арала тағы ла күбәйеүҙәре ихтимал.
Паникаға бирелмәгеҙ: һары үрмәкселәр башлап үҙҙәре һөжүм итмәй, ә һаҡланалар ғына. Теймәгеҙ.