23.07.2019 Республикала «Мобиль һайлаусы»ға старт бирелде
24 июлдән Башҡортостанда һайлау көнөндә — 8 сентябрҙә — теркәлеү урынынан ситкә китеүселәрҙән ғаризалар ҡабул итеү башланасаҡ.
24 июлдән 4 сентябргә тиклем ғаризалар барлыҡ территориаль һайлау комиссияларында һәм күп функциялы үҙәктәрҙә ҡабул ителә.
28 августан 4 сентябргә тиклем теләгән участок һайлау комиссияһына мөрәжәғәт итеп була. Күрһәтелгән ваҡыт арауығында интернетта, дәүләт йәки муниципаль хеҙмәттәр порталы аша ғариза бирергә мөмкин.
Бынан тыш, 8 сентябрҙә Мәскәүҙә 30 һанлы һайлау участогы эшләйәсәк. БР граждандары илебеҙҙең баш ҡалаһында булған осраҡта улар ярҙамында Башҡортостан Республикаһы Башлығы өсөн тауышын бирә аласаҡ. Бының өсөн 24 июлдән 4 сентябргә тиклем берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталы аша Мәскәүҙәге һанлы һайлау участогы һайлаусылары исемелегенә индерергә ғариза бирергә кәрәк.