22.07.2019 Юл фажиғәләре
Кисә, 21 июлдә, республика юлдарында 12 автомобиль аварияһы теркәлеп, дүрт кеше һәләк булған, 22 кеше яралар алған.
Бәләбәй районында ВАЗ-2112 менән "Hyundai Solaris" бәрелеп, тәүге машинаның 54 йәшлек водителе шунда уҡ йән биргән. 52 йәшлек ҡатын йөрөткән сит ил маркалы машиналағы өс йәшлек ҡыҙыҡай менән биш йәшлек малай травмалар алған.
Туймазы районында ВАЗ-2110 менән "Hyundai Accent" бәрелешкән. Һөҙөмтәлә "Hyundai"ҙың 30 йәшлек водителе менән ВАЗ-дың 52 йәшлек пассажиры юлда уҡ һәләк булып, һуңынан дауаханала икенсе водителдең дә, 33 йәшлек ирҙең, ғүмере өҙөлгән.
Аварияла шулай уҡ "Hyundai"ҙың пассажирҙары ла (43 йәшлек ҡатын, 19 йәшлек ҡыҙ һәм 3 йәшлек ҡыҙыҡай) зыян күргән.
Тәүлек эсендә Дәүләт юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан 2200 юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы теркәлгән, эскән килеш руль артына ултырған 56 водитель тотолған. Алдан урланған ике автомобиль эҙләп табылған.