«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Аҡылһыҙлыҡмы был, әллә вайымһыҙлыҡмы?



22.07.2019 Аҡылһыҙлыҡмы был, әллә вайымһыҙлыҡмы?

Зыярат сүплеккә әйләнеп бара

Сүп-сар реформаһына ҡағылышлы бәхәстәр ҡыҙғандан ҡыҙа бара. Ҡиммәт тип ризаһыҙлыҡ белдерәләр, йыйыу эштәре яйға һалынмаған, тип етәкселекте һүгәләр. Ә шул мәлдә, кеше тигән әҙәм заттары көнкүреш ҡалдыҡтарын зыяратҡа ташларға ла тартынмай.
Фото Ишембай ҡалаһы зыяратында төшөрөлгән. Был сүп-сар күктән төшмәгән бит, кешеләр ҡалдырған. Мәрхүмдәрҙең рухынан көлөү бер гонаһ икәнен онотмайыҡ!





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға