«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Сөннәтләүҙән ҡурҡып ҡыйыҡҡа менгән



22.07.2019 Сөннәтләүҙән ҡурҡып ҡыйыҡҡа менгән

Был малай ҡыйыҡ башында нимә эшләп ултыра тиһегеҙме?


Индонезияла бер баланы ата-әсәһе дауаханаға алып килгән. Үҙе менән нимә эшләтәсәктәрен һиҙеп ҡалған малай, түбәгә менгән һәм ике сәғәт буйы шунда ҡасып ултырған.

Артабан ҡасам, тип ҡолап ҡуйыр тигәндәр һәм баланы баҫтырырға йөрьәт итмәгәндәр.

Ике сәғәт буйы юхалап та, теге-быныһын вәғәҙәләп тә, малайҙы төшөрә алмағас, уның яратҡан тәрбиәсеһен саҡырғандар.

Тәрбиәсе уның менән тыныс ҡына аралашҡандан һуң, бәләкәй герой төшкән. Хатта бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ дауахана карауатына инеп ятҡан.

—Ике тиҫтә йыл буйы эшләп, меңдән ашыу баланы сөннәтләгәнем булды. Тик был хәлде тәүгә күрәм, — тип яҙған урындағы табип үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһенә.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға