«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Поликлиникаларҙағы дүрт проблема



22.07.2019 Поликлиникаларҙағы дүрт проблема

Хөкүмәттең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә халыҡтың поликлиникалағы табиптарға инеүен еңелләштереү мәсьәләһенә туҡталдылар.

Был йәһәттән беҙҙә проблемалар етерлек шикелле.

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин әйтеүенсә, ведомствоға иң күп ялыуҙар (мөрәжәғәттәр) түбәндәге дүрт проблема буйынса килә:

- табипҡа яҙылыу мөмкин түгел
- яҙылмайынса килеп, көтөп ултырыу 2 - 3 сәғәткә һуҙыла
- белгес йәки ҡорамалдар юҡ
- шарттар юҡ, бинала ҡыҫынҡы

Ошолар буйынса аныҡ бурыстар билдәләнгән.

Әйткәндәй, беҙҙә "Беренсе медик-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү" төбәк проекты ғәмәлгә ашырыла.

Ә һеҙҙеңсә, үрҙә аталған проблемаларҙан тыш, поликлиникаларҙа тағы ла ниндәй кисекмәҫтән хәл ителергә тейешле күренештәр бар?





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Т.АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға