«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Владимир Путин: Бюджет урындары артасаҡ



22.07.2019 Владимир Путин: Бюджет урындары артасаҡ

Рәсәй Президенты Владимир Путин бер нисә көн элек беҙҙең ут күршебеҙ Мәғнит ҡалаһында булып киткәйне. Ил башлығы металлургия комбинаты эшселәре менән осрашып, уларҙың һорауҙарына яуап та бирҙе.

Ата-әсәләр юғары уҡыу йорттарында бюджет урындары кәмеүгә зарланды. Быға яуап итеп, Путин бик тә ҡыуаныслы хәбәр әйтте:
«Бюджетные места в вузах страны не сокращаются, наоборот, они даже растут».

Президент әйтеүенсә, 2020 йылға 396 мең урын буласаҡ. 2018 - 2019 уҡыу йылында 380 мең булған. Бюджет урындарын арттырыу өсөн финанслауҙы ла хәстәрләйҙәр.

Шулай булғас, бошонмағыҙ, ата-әсәләр.







Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға