«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Әсәһенең ғүмерен ҡыйған



19.07.2019 Әсәһенең ғүмерен ҡыйған


Ғафури районының Дмитриевка ауылында 63 йәшлек пенсионер ҡатындың мәйете табылған. Енәйәт урынына килгән полиция хеҙмәткәрҙәре һәләк булыусының башының балта менән сабылған булыуын, муйынына арҡан бәйләнеүен асыҡлаған. Асыҡлауҙарынса, ҡатынды шизофрения менән сирле улы үлтергән. Ул был ауырыу менән күптән психоневрология диспенсерында иҫәптә торған.
Аҡылы теүәл булмаған кешеләрҙең ата- әсәһен үлтереүе республикала быйыл беренсе осраҡ ҡына түгел. Ғәҙәттә, үҙен агрессив тотҡан психик ауырыуҙар менән йәшәгәндәр сирлене дауаханаға ебәрергә йүнәлмә алыуҙы мәшәҡәт һанай, ебәрергә мөмкинлектәре лә булмай сыға. Инвадид йыл һайын психоневрология диспансерына мәжбүри дауаланыуға ебәрелгәндә, бәлки бындай фажиғәләр ҙә ҡабатланмаҫ ине.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Т. АМАНОВ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға