«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “ЮЛДАШ” тәҡдим итә: “Сәхнәгә арналған ғүмер”



22.07.2019 “ЮЛДАШ” тәҡдим итә: “Сәхнәгә арналған ғүмер”

Был теҙмәлә беҙ күренекле сәхнә әһелдәре тураһында һөйләйбеҙ, бер үк ваҡытта йәш таланттар менән осрашабыҙ, уй-фекерҙәрен радио тыңлаусыларға еткерәбеҙ. Һуңғы осорҙа Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе оҫталарына шаҡтай иғтибар бүлергә тырыштыҡ. Сөнки ошо ҙур ижади коллектив мәҙәни тормошобоҙҙо үҫтереү йәһәтенән маҡсатлы эш башҡара. Миңниса Бакирова, Рауил Ғалин, Рафиға Ғалина кеүек оло быуын артистары менән ҡулға-ҡул тотоноп эшләгән йәш быуын артистары һоҡландыра. Татыу, дәртле коллектив республика буйлап ҡына түгел, илебеҙҙең төрлө ҡалаларында гастролдә булып, рухи-мәҙәни тормошобоҙҙоң аҫыл өлгөләрен күрһәтә. Һамар, Силәбе, Ырымбур, Пермь, Свердловск, Әстерхан өлкәләрендә уны яҡшы беләләр. Сит илдәрҙә лә сығыш яһап, сәнғәтебеҙҙең данын күтәреп ҡайттылар.

Бейеү труппаһының үҙ тарихы бар. Данлыҡлы бейеүсе Раил Лоҡманов менән әңгәмәлә ошо уңыштарҙың сере тураһында фекер алыштыҡ. Башҡортостандың атҡаҙанған артистары – бейеүсе Рәйхана һәм ҡурай­сы Миңлеғәле Хәсәновтарҙың ижадына арналған тапшырыу бәхет тө­шөн­сә­һенең ғаилә татыулығы менән бәйле икәнен йәнә бер мәртәбә раҫланы. Бейеүсе Дамира Амангилдина шулай уҡ йәш бейеүсе ҡыҙ­ҙарҙың кумиры ла. Профессионал булыуға ҡара­маҫтан, һаман да бейеү серҙәрен өйрәнә; уның тырышлығы, маҡсатлы йәшәүе – йәштәргә, ысынлап та, үрнәк.

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рафиҡ Хәсәнов сәхнәлә Мөхә­мәтша Буранғоловты һынландырҙы. Яңы роле сағыу образдарҙың береһе булып хәтерҙә уйылып ҡалды. Хәйер, актерҙың һәр сығышы – ижади хеҙмәтенә һәм тамашасыһына булған һөйөү сағылышы ла. Башҡортостан­дың атҡаҙанған артисы Азамат Хәли­ловтың яҡты иҫтәлегенә арналған тапшырыу ҙа күп тыңлаусының күңеленә хуш килде. Әле яңыраҡ Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ғафуан Фазуллин алтын юбилейын билдәләне. Артистың йыр сәнғәтенә булған мөнәсәбәте алдына ҡуйған ҡаты талаптар менән бәйле. Нисәмә тиҫтә йыл инде талантлы актерҙың йырҙары күңелде пакландыра, йөрәк­кә көс өҫтәй, был донъяны саҡ ҡына булһа ла сафлауҙа һинең өлөшөң барлығын иҫкә төшөрә, кеше булып йәшәргә тейешлегеңде тәрәнерәк аңларға ярҙам итә.

Бына шулай, “Сәхнәгә арналған ғүмер” тапшырыуы оло маҡсатҡа ынтылған ижадсының, сәнғәт әһе­ленең ирешкән уңыштарын бәйән итә, күңел хазиналарын тыңлаусыға түкмәй-сәсмәй еткерә.

Тапшырыуҙарҙы юлдашфм.ру сайтында ла тыңларға була.





Автор: Ф. Аҡбулатова
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға