«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ә һеҙҙең эҫе ямғырҙа йөрөгәнегеҙ бармы?



19.07.2019 Ә һеҙҙең эҫе ямғырҙа йөрөгәнегеҙ бармы?

Синоптиктар алдағы ял көндәренең бик үҙенсәлекле булыуын фаразлай.
Көн үҙе эҫе, үҙе ямғырлы. Йәғни, эҫе ямғырмы ни, юҡһа?

Күҙалланыуынса, шәмбелә байтаҡ районда йәшенле ямғыр яуып, дауыл ҡубыуы мөмкин. Тик тәғәйен генә ҡайһы район икәнен әйтеп булмай. Республика буйынса эҫе. 28 - 33 градус булыр, моғайын.

Йәкшәмбелә лә шулайыраҡ. Хатта борсаҡ яуыуы ихтимал. Термометр бағанаһындағы "ҡыҙыл һыҙыҡ"тың са-ааҡ ҡына төшөүе лә бар. +30 градустан кәмерәк эҫелек тимәксебеҙ.

Ҡыҫҡаһы шулай: урыны менән эҫе, урыны менән ямғырлы, урыны менән дауыллы, шуға ҡушып - борсаҡлы. Ошо күренештәргә ҡарап, эшегеҙҙе планлаштырығыҙ.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға