«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Стәрлетамаҡ ЮХХДИ-һы янында милицияның "Урал" мотоциклы ҡуйылды



19.07.2019 Стәрлетамаҡ ЮХХДИ-һы янында милицияның "Урал" мотоциклы ҡуйылды

Стәрлетамаҡ ҡаланының Геологтар урамында иҫтәлекле урын -постаментҡа ҡуйылған «Урал» мотоциклы асылды. Бындай техника элек Дәүләт автоинспекцияһының иң популяр транспорты булған. Уны "Берегись автомобиля" фильмында, "Ну, погоди!" йәнһүрәтендә күрергә мөмкин.

Бындай ғәҙәти булмаған һәйкәл ДАИ-ЮХХДИ барлыҡҡа килеүҙең сираттағы йыллығына арналды. СССР Эске эштәр министрлығының Дәүләт автомобиль инспекцияһы Халыҡ комиссарҙары советы ҡарары менән 1936 йылда булдырылған. Быйыл 3 июлдә хеҙмәт үҙенең 83-сө йыллығын билдәләне.

«Урал» мотоциклы менән иҫтәлекле урын асыу идеяһы йыл башында барлыҡҡа килгән. Бының кеүек ҡоролмалар республиканың һәм илдең күп кенә ҡалаларында бар, сират Стәрлетамаҡҡа ла килеп етте. Уны асыуҙа ветерандар йыйылды, үҙ сиратта, улар йәшлектәрен иҫләне, хәтирәләр менән бүлеште һәм ҡотлауҙар ҡабул итте.

Ҡасандыр патруль инспекторҙары үҙ хеҙмәттәрен мотоциклдарҙа башҡарған. Улар сөм-һары төҫкә буялған, ГАИ яҙыуы һәм дәүләт гербы төшөрөлгән. ДАИ хеҙмәткәрҙәре мотоциклдарҙа йыл әйләнәһенә урамдарҙы тикшергән, кәрәккәндә хоҡуҡ боҙоусыларҙы эҙәрлекләгән. Тап ошондай техникаға ултыртып хулигандарҙы, янъял сывғарыусыларҙы, иҫеректәрҙе тейәп йөрөткәндәр

Үткәндәрҙе хөрмәт итеп совет патруль мотоциклына һәйкәл барлыҡҡа килеүе үҙе айырым билдә булып тора.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға