19.07.2019 Владимир Путинға сираттағы тәҡдим
Булған бәхәсле мәсьәләләрҙе хәл итергә һәм 8 декабргәсә интеграция буйынса стратегия программаһы әҙерләргә. Кисә Рәсәй һәм Белоруссия Президенттары осрашҡайны. Шунда Александр Лукашенко Владимир Путинға шундай тәҡдимен еткерҙе.
Ә ниңә 8 декабрь, тиерһегеҙ? Ул көндө Союз килешеүенә 20 йыл туласаҡ. Дәүләт лидерҙары килешеү буйынса нимәләр эшләнгән, нимәләр эшләнмәгәненә анализ яһап, эшләнмәгәндәренең сәбәптәрен асыҡлап, артабан берлектә башҡарыласаҡ бурыстарҙы билдәләү темаһына һөйләште.
Владимир Путин белдереүенсә, Белоруссия беҙҙең стратегик һәм иң яҡын партнер.
Әйткәндәй, был ике етәксе шаршамбыла ла осрашҡайны. Вааламда формаль булмаған шарттарҙа бер аҙ әңгәмә ҡорғайны.
Ысынында ла Белоруссия беҙҙең һәр яҡлап хеҙмәттәшлек иткән "ут күрше".
"Мы работаем по всем направлениям - и в сфере безопасности, в сфере военного дела, в оборонке, в экономике", - тип һанап үтте Владимир Путин.
Рәсәй - Белоруссия иҡтисадының ҙур инвесторы ла.