«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ут менән генә түгел, һыу менән дә уйнарға ярамай



18.07.2019 Ут менән генә түгел, һыу менән дә уйнарға ярамай

Иҫерек килеш һыу инеп, бата яҙған.

Баш ҡаланың Ленин районы Эҙләү-ҡотҡарыу отряды хеҙмәткәрҙәре "Затон" ял зонаһы биләмәһендә 22 йәшлек ҡыҙҙы үлемдән ҡотҡарған. Ул пляждан ситтә һыу инергә булған. Йылғаның уртаһына барып еткәс сәсәй башлаған. Ҡотҡарыусылар уның бәләгә ҡалғанын күргәс, ярҙамға ашыҡҡан. Ләкин бәләсел ҡыҙ ҡотҡарыу түңәрәгенән баш тартҡан һәм кәмәгә ултырмаған. Бер аҙҙан ул ярға табан йөҙгән саҡта бата башлаған. Ҡотҡарыусыларҙың береһе уны ҡотҡарыу өсөн һыуға һикергән.
Аҙаҡтан асыҡланыуынса, бәләгә ҡалыусы ҡыҙ иҫерек булған һәм медицина тикшереүенән баш тартҡан





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: https://pixabay.com/ru/


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға