«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бер аҙна дауамында дауахана янындағы урманда ятҡан пенсионерҙың хәле ауыр булып ҡала



18.07.2019 Бер аҙна дауамында дауахана янындағы урманда ятҡан пенсионерҙың хәле ауыр булып ҡала

17 июлдә Башҡортостанда Октябрьский ҡалаһы дауаханаһында комиссия булды. Күҙәтеү төркөмө ағзалары станционарҙа ярҙам алғандан һуң өйөнә ҡайтып етмәгән 64 йәшлек ир менән булған хәлде тикшерергә килгән. Быға тиклем оло йәштәге ирҙе эҙләгән волонтерҙарға һылтанма яһап, киң мәғлүмәт саралары аҙна буйы дауахана янында ятҡан һәм уға бер кем дә ярҙам күрһәтмәгән пенсионер тураһында хәбәр итте.

Комиссия ағзаһы — Башҡортостандағы «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Сәләмәт киләсәк» проекты йәмәғәт советы рәйесе, республика парламенты депутаты Римма Үтәшева быларҙың барыһы ла ысынбарлыҡҡа тап килмәй тип белдерҙе. Уның һүҙҙәре буйынса 2 июлдә ирҙе арҡаһы ауыртыу сәбәпле «ашығыс ярҙам» менән дауаханаға килтергәндәр. Кәрәкле ярҙам күрһәткәндән һуң уны стационарға ятырға күрһәтмә булмағас өйөнә ҡайтарғандар. Табиптар иргә йәшәгән урындағы поликлиникаға мөрәжәғәт итергә тәҡдим яһаған. Тик ауырыу өйөнә ҡайтып етмәгән. Ул яңғыҙы йәшәгәс, туғандары уның юғалыуын ҡапыл абайламаған. Ирекмәндәр ирҙе тик 7 июлдән генә эҙләй башлаған. Бер көндән, 8 июлдә улар уны урманда табып алған һәм ауыр хәлдә дауаханаға оҙатҡан.

«Әлеге ваҡытта ир яһалма тын алдырыу аппаратына тоташтырылған. Уның хәле ауыр, бер аҙ тотороҡланғас уны Өфөләге Республика клиник дауаханаһына килтерергә мөмкин буласаҡ. Ирҙең ике туған апайы табиптарға дәғүә белдермәй», — тип хәбәр итте Римма Үтәшева.

«Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлеге матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, был хәлде тикшергәндән һуң депутат өлкән йәштәгеләрҙе стационарҙан яңғыҙҙарын сығарыуҙы тыйырға тәҡдим итте.

«Яңғыҙ өлкәндәр ярҙамға айырыуса мохтаж. Яҡын арала беҙ республиканың Дәүләт Йыйылышы ултырышында бындай ауырыуҙарға өйҙәренә ҡайтып етеүгә медицина персоналы ярҙам итеүен йәки туғандарын саҡырыу мөмкинлеген закондарға өҫтәмә индереү мөмкинлеген ҡараясаҡбыҙ», — тине Римма Үтәшева.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға