«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Дыуан ҡатыны халыҡ-ара салғысылар ярышында еңгән



18.07.2019 Дыуан ҡатыны халыҡ-ара салғысылар ярышында еңгән

Свердловск өлкәһенең Әртә ҡасабаһында VIII Халыҡ-ара салғысылар турниры үтте. Сарала Рәсәйҙән һәм Франция, Украина, Словакия, Тажикстан, Әрмәнстан илдәренән 80 кеше бесән сабыу буйынса оҫталығын һынап ҡараған.


Ярышта Дыуан районынан Илһам Басиров, Анастасия Скороходова һәм Светлана Серебренникова ла ҡатнашты. Ирҙәр — 100 метрлыҡ, ә ҡатындар 50 метрлыҡ бакуйҙы сабып, таһыллығын һынаны. Ҡолас ташлап болондо иңләүселәр араһынан еңеүселәр тиҙлек, сабылған үләндең оҙонлоғо һәм ҡатнашыусының милли кейеменә ҡарап билдәләнде.

Жюри барлыҡ күрһәткес буйынса ал бирмәгән Башҡортостан вәкиле Анастасия Скороходованы иң оҫта салғысы тип баһалаған.

Сараның төп ойоштороусыһы — Әртә заводы. Был завод Рәсәйҙә берҙән-бер ауыл хужалығы өсөн салғы һәм ураҡ етештереүсе булараҡ билдәле.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға