«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Слайм нимә ул?



20.07.2019 Слайм нимә ул?

Балам слайм һорап аптырата. “Слайм” һүҙен беренсе тапҡыр ишеттем. Ауыл ерендә йәшәйбеҙ, уны ҡайҙан табырға була?

Альбина.
Бөрйән районы.


Был миҙгелдең “хит”ына әйләнгән уйынсыҡ бит ул. “Лизун” кеүек стресҡа ҡаршы уйынсыҡ көндән-көн модаға инә бара. Магазинда ла һатыла, үҙеңә лә эшләргә мөмкин. Интернетта бының рецептары бик күп, төрлө химикат ҡушып та эшләргә тәҡдим итәләр. Һаҡ булығыҙ, рецептарҙың хәүефһеҙҙәрен һайлағыҙ. Әлеге ысулдар ҙа яйлы буласаҡ.

Елем менән

50 грамм ПВА елеме, 1 ҡалаҡ аш содаһы, 100 грамм һыу, буяу (булмаһа ла ярай) алырға кәрәк. Һыуҙың яртыһын елем менән болғатып, буяуҙы ҡушырға. Ҡалған һыуҙа соданы иретергә һәм ике массаны ҡушып бутарға.

Шампунь менән
100 грамм шампунь, 100 грамм һыу, 200 грамм крахмал, буяу (булмаһа ла ярай) алына. Айырым һауытта крахмалды һыу менән төйөрҙәр ҡалдырмайынса бутарға кәрәк. Артабан шампунь менән буяуҙы өҫтәргә. Слайм әҙер булһын өсөн, өҫтөн ҡаплап, 12 сәғәткә һыуыт­ҡысҡа ҡуйырға.





Автор: Л. Хәлитова
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға