«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Уйнап алайыҡ әле - "Почта"



17.07.2019 Уйнап алайыҡ әле - "Почта"

Уйнаусылар хат ташыусыны һайлап ҡуя. Почтальон тирәләй теҙелеп ултырғас, һәр бала үҙенә “адрес” – берәй ҡала исемен ала. Хат ташыусы балаларҙан:
– Хат юҡмы? – тип һорай.
– Бар.
– Ҡайҙа ебәрәһегеҙ?
– Баймаҡҡа. Унан беҙгә бысҡы, бәлеш, бүрәнә, бурһыҡ, бал, бирсәткә, балта ебәрһендәр, – ти береһе.

Йәғни хат ҡайһы ҡалаға ебәрелә, ошо ҡала исеменең баш хәрефе менән башланған 5 – 8 әйбер һорала. Был “хат”ты алған почтальон түкмәй-сәсмәй Баймаҡ исемен алған балаға еткерергә тейеш. Ул үҙ сиратында икенсе “адрес” буйынса “хат” ебәрә. Әйберҙәрҙе бутаған йәки онотҡан өсөн поч­тальонға “яза” бирелә – уны икенсе берәү алмаштыра.

“Хат ташыусы” уйыны балала иғтибар­лы­лыҡ­ты арттыра, хәтерҙе үҫтерә.





Автор: Л. Хәлитова
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға