15.07.2019 "Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылы халҡы ошо көндәрҙә шатлыҡлы ваҡиға кисерҙе"
тип хәбәр итте беҙгә Сәлимә Байгилдина-Ғафарова.
- Бында өр-яңы, заманса модулле фельдшер-акушер пункты үҙ ишектәрен асты. Ауылда йәшәүселәр медпунктты булыуҙы оҙаҡ көттө. ФАП төҙөлөүгә иң ныҡ ҡыуанған кешеләрҙең береһе —20 йылдан ашыу сәләмәтлек һағында тороусы фельдшер Миләүшә Фәтих ҡыҙы Йылҡыбаева. Уның ҡарамағында 400-ләп кеше, шуларҙың 89-ы 18 йәшкә тиклемге балалар һәм үҫмерҙәр булһа, ололар — 311 кеше, 32 инвалид бар.
Фельдшер-акушер пунктының хаҡы 2 млн 900 мең һум тирәһе тәшкил итә. Биләмәне төҙөкләндереү, тышкы яҡтан канализация, һыу индереү, ҡойма һәм тротуар түшәү кеүек эштәр урындағы бюджет иҫәбенә башҡарылды, бының өсөн 250 мең һум тирәһе аҡса йүнәлтелгән.
Әйткәндәй, Аҡъюл ауыл биләмәһенә дүрт ауыл инә. Бөгөн уларҙың барыһында ла ФАП эшләй. Күптән түгел икәүһенең биналарына капиталь ремонт үткәрелде. Аҡнаҙар ауылындағыһы урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһына эшләнһә, Урыҫбайҙа "Берҙәм Рәсәй" партияһының “Реаль эштәр” программаһы буйынса башҡарылды.
Районда беренсе булып төҙөлгән модулле ФАП ауыл байрамында тантаналы асылды.