«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Дыуан районында яңы модулле ФАП асылды



15.07.2019 Дыуан районында яңы модулле ФАП асылды

11 июлдә Дыуан районының Һикәяҙ ауылында модулле фельдшер-акушер пункты асылды.

65 квадрат метр майҙанлы бинала хеҙмәткәрҙәр һәм пациенттар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған. Бында фельдшер ҡабул итеү, процедуралар, прививкалар яһау, күҙәтеү, санитар-көнкүреш кабинеттары, электр щиты урыны, килеүселәр көтөп ултырыу өсөн бүлмә бар. Пункт тейешле мебель һәм ҡорамалдар менән йыһазландырылған: электрокардиограф, пульсоксиметр, дефибриллятор, глюкометр, стерилизатор, тонометр, гинекологик кресло, дарыу өсөн һыуытҡыс бар.

ФАП-ты төҙөү һәм монтажлау, электр үткәреү, кәрәкле йыһаздар, мебель һатып алыу республика бюджеты иҫәбенә башҡарылған. Район хакимиәте һыу һәм канализация үткәргән.Фельдшер-акушер пункты Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереү программаһы нигеҙендә асылған.

Хәҙер Һикәяҙ ауылы ФАП-ында 916-нан ашыу кеше, шул иҫәптән 230 балаға беренсел медик-санитар ярҙамы күрһәтеләсәк. Әйтергә кәрәк, Дыуан районының Усть-Әйәҙ ауылында ла фельдшер-акушер пункты асылды.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға