«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Туймазы районында Бишенде йылғаһы аша күпер асылды



13.07.2019 Туймазы районында Бишенде йылғаһы аша күпер асылды


Республиканың Туймазы районынан үткән Бәләбәй — Николаевка — Туймазы — Баҡалы төбәк юлында Бишенде йылғаһы аша күпер асылды.

Башҡортостандың Юл хужалығы идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, контракт буйынса күперҙе ҡулланыуға тапшырыу ваҡыты октябрь айына тура килә. Ҡоролманы тергеҙеү быйыл ғинуар айында башланды. Подрядсыларҙың тәүлек әйләнәһенә эшләүе һәм заманса техника ҡулланыуы объектты ваҡытынан алда тапшырырға мөмкинлек бирҙе. Яңы күпер кәм тигәндә 25 йылдан артыҡ хеҙмәт итәсәк.

Әле 35 метрлыҡ күперҙе яңыртыу эштәре тамамланған, тирә-яғы төҙөкләндерелә. Таянғыстары буяла, ҡоролма ситтәре һәм юл буйҙары тәртипкә килтерелә. Объекттың генераль подрядчигы – «Уралмостострой» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең 30-сы күпер отряды. Әйткәндәй, был ойошма Өфөлә яңы Затон күперен төҙөнө. Отряд Бишенделә тулыһынса иҫкергән күперҙе һүтте, яңыһын тимер-бетон бағаналарҙан йыйып, монолитлы ригелдәр менән тоташтырҙы.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға