«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Миңлейыһан инәйгә 105 йәш тулған



12.07.2019 Миңлейыһан инәйгә 105 йәш тулған

Дөртөйлө районының Салпар ауылында йәшәүсе Миңлейыһан Әкбәрова 105 йәшен тултырған.


Ул тормош иптәше менән 4 балаға ғүмер бүләк иткән. Инәйҙе ҡыҙы Әлфирә тәрбиәләй.

Әбей революциянан һуңғы йылдарҙы, коллективлаштырыу осорон, репрессияны, дәһшәтле һуғыш ваҡытын яҡшы хәтерләй, тип яҙа “Ҡыҙыл таң” гәзите.

Миңлейыһан инәйҙең һуғыш осоронда тәүлегенә 50-60 сутый борсаҡ сапҡан мәлдәре булған. Урман йыҡҡан, ат менән йөк, орлоҡ ташыған. “Үгеҙ егеп ер һөрҙөк, ҡараңғы төнгә тиклем эшләнек”, - тип һөйләй ул.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: kiziltan.rbsmi.ru


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға