«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Донъя йәме, тормош ҡото – йәшәп туймаҫ замандаштарҙа



15.07.2019 Донъя йәме, тормош ҡото – йәшәп туймаҫ замандаштарҙа

"Юлдаш" радиоһында шәмбе көндәре эфирға сыҡҡан "Йәшәү йәме" тапшырыуының маҡсаты – ябай хеҙмәт кешеләренең, зыялылар һәм арҙаҡлы шәхестәрҙең тормош юлын яҡтыртыу. Рухи ҡиммәттәрҙе туплаған ғаилә именлеге, хеҙмәт емеше, күңел бөтөнлөгө – күптәр йәшәү йәмен ошо төшөнсәләр менән бәйләй. Тапшырыу Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың "Мең йыл йәшәп булғанда ла, мин йәшәп туймаҫ инем" тигән ҡанатлы һүҙҙәрен тормош маяғы итеп ала. Ә боронғо Ҡытай аҡыл эйәләре: "Дошманыңа яуызлыҡ көҫәйһең икән, уның үҙгәрештәр заманында йәшәүен телә", – тигән. Ысынлап та, йәмғиәт ҡоролошо, рухи ҡиммәттәргә үҙ мөһөрөн һалған һәр дәүер – кешелеккә оло һынау. Боролош мәлдәрен үҙ иңендә күтәргәндәрҙең донъяға ҡарашы ла башҡаса. Уҙған сығарылыштарҙа Мишкә ауылынан Нәзирә һәм Фәнил Фәтхинуровтар, Күгәрсен районынан Маһинур Байғусҡарова, Баймаҡ районынан һуғыш ветераны Әбүзәр Ишморатовтың ауырлыҡтарға бирешмәй үтелгән лайыҡлы тормош юлын бергәләп байҡаныҡ.

Күгәрсен районының Мәҡсүт ауылында ғүмер иткән тыл һәм хеҙмәт ветерандары Римма Һиҙиәт ҡыҙы менән Миңлевәли Кинйәғәли улы Мәжитовтар – һуғыш осоро балалары. Оло йәштә булһалар ҙа, йәмәғәт тормошонда ҡайнайҙар. Йәшәү йәмен тыуған халҡына хеҙмәт итеүҙә, ауылдаштарына, яҡын­дарына, туғандарына бәхет-шатлыҡ өләшеүҙә күрәләр. Үҙҙәре ябай хеҙмәт кешеләре булһалар ҙа, улдары Наил менән Әмирҙә оло сәнғәткә һөйөү тәрбиәләп үҫтергәндәр. Әмир Мәжитов – Башҡортостандың атҡа­ҙанған рәссамы.

Тыңлаусыларҙы алда ла йәнле тапшырыуҙар көтә. Эшсе һөнәренең баһаһын күтәрер егәрле заттар, ауыл уңғандары, шулай уҡ мәҙәниәт, мәғариф, медицина өлкәһендә ҡаҙаныш яулаған замандаштарыбыҙ хаҡында киләһе сыға­рылыштарҙа бәйән итербеҙ. Беҙҙе интернетта ла тыңларға мөмкин, адресыбыҙ: юлдашфм.ру





Автор: К. ШӘРИПОВА
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға