«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфөлә полиция хеҙмәткәрҙәренә һөжүм иткәндәр



12.07.2019 Өфөлә полиция хеҙмәткәрҙәренә һөжүм иткәндәр

10 июлдә баш ҡаланың Пушкин урамында хоҡуҡ һаҡлаусыларға һөжүм иткәндәр. Патрулдәге полиция хеҙмәткәрҙәре шик тыуҙырған ике егетте күреп ҡалған. Улары, үҙ сиратта, патрулде күреп, автомобилгә ултырып ҡасырға теләгән.

Хоҡуҡ һаҡлаусылар егеттәрҙе туҡтатырға маташҡанда, руль артындағыһы полицейскиҙың битенә газ баллонынан һиптергән һәм машинаһын ҡапыл алға хәрәкәт иттереп, икенсеһен бәрҙергән. Егеттәр шулай итеп ҡасҡан. Уларҙы тиҙҙән Өфө ҡалаһы буйынса Эске эштәр идаралығы ҡарамағындағы ЮХХДИ дәүләт инспекцияһы хеҙмәтенең юл-патруль полкы инспекторҙары туҡтатып ҡулға алған. Зыян күргән полиция хеҙмәткәрҙәре медицина ярҙамы һорап дауаханаға мөрәжәғәт иткән.

Хоҡуҡ һаҡлаусыларға Өфөлә йәшәүсе 19 һәм 20 йәшлек егеттәр һөжүм иткән. Был факт буйынса материалдар Рәсәй Тәфтиш комитетының төбәк бүлексәһенә тапшырылған һәм унда РФ Енәйәт кодексының 318 статьяһының 2-се өлөшө буйынса енәйәт эше асылған. 20 йәшлек егет полиция хеҙмәткәренә һөжүм итеүҙә ғәйепләнеп, ҡулға алынған.

Әйтергә кәрәк, был хәлгә тиклем Пушкин урамында йәшәүселәр наркотик йәшерергә мөмкин шикле кешеләрҙы күреүҙәре хаҡында бер нисә тапҡыр Өфө полицияһына мөрәжәғәт иткәндәр.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға