11.07.2019 Юлдарҙа үлем осрағы кәмерме?
БР Финанс министрлығы машина йөрөтөү мәҙәниәтен үҫтереүгә 10 миллион һум аҡса бүләсәк. Ул телеэфир роликтары, уҡыу ҡоролмалары, мәктәптәргә магнит-маркер таҡта, стенд-тренажер, яҡтыртҡыс беләҙектәр һатып алыу өсөн тотоноласаҡ. Бирелгән сумманың күп өлөшөн автоҡаласыҡтар төҙөү өсөн файҙаланыласаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Республика Хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә ”машина йөрөтөүҙең яңы мәҙәниәте” хаҡында һүҙ барҙы. БР Дәүләт транспорт һәм юл хужалығы комиссияһы һәм ЮХХДИ бының өҫтөндә эшләргә тейеш.
“Яңы күҙәтеү ҡорамалдарын урынлаштырыу машина йөрөтөү мәҙәниәтен барлыҡҡа килтереү өсөн, ә штрафтар йыйыу өсөн түгел,— тине республика етәксеһе. — Юлдарҙы ремонтлау аварияларҙың артыуына килтерә. Сөнки водитель тигеҙ юлдан юғары тиҙлектә ҡыуырға ынтыла. Юл ҡағиҙәләрен һәм тиҙлек режимын боҙмағыҙ. Зинһар, быны миссия кеүек ҡабул итегеҙ”.
2024 йылда республика юлдарындағы үлем күрһәткесе өс тапҡырға кәмергә тейеш, бының өсөн планлаштырылған эш башланды.