11.07.2019 Тағы әбей-бабайҙың аҡсаһын урлап сыҡҡандар!
Стәрлетамаҡта 80 йәшлек әбей полицияға мөрәжәғәт иткән. Уның өйөнә Пенсия фондынанмын тип бер ҡатын килгән. Ҡунаҡ хужаларға ошо арала “көтөлгән” аҡса реформаһы хаҡында һөйләгән. Йыйған аҡсағыҙ булһа, барлыҡ сумма юҡҡа сығасаҡ, тип ҡурҡытҡан.
Әбей менән бабай быға ышанған, оҙаҡ йылдар буйы йыйған аҡсаһы тураһында һөйләгән. Хатта һәр бер ҡаптан бер-нисә купюраны сығарып күрһәткән. Бына Пенсия фонды хеҙмәткәре булып ҡыланған ҡатын аҡсаларҙың серияһын "яҙып" алыу өсөн һораған. Әбейҙең күңеленә шик төшөп, туғандарына шылтыратырға тотонғас, ҡатын аҡсаларҙы кире тоттороп тайыу яғын ҡараған. Бер аҙҙан йорт хужалары күрше бүлмәлә ҡалдырған аҡсаларын тапмаған. Полиция, ҡатын яңғыҙы түгел, ҡарттарҙың икенсе бүлмәлә аҡсаны сығарыуын тәҙрәнән күҙәтеп торған һәм 492 мең һумды өйгә инеп урлаған ярҙамсыһы ла булған, тип фараз ҡыла.
Оло йәштәгеләр алдаҡсыны яҡшы хәтерләп ҡалған. Сама менән 30-35 йәштәрҙә, оҙон ҡара сәсле, алғы тештәре алтын һәм ҡыҫҡа буйлы. Был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.