11.07.2019 417 мең һум бурысын шунда уҡ ҡаплаған
Илеш районында йәшәүсе бер әҙәмдең кредит һәм ЮХХДИ штрафтары буйынса 417 мең һумлыҡ бурысы йыйылған.
32 йәшлек гражданға суд приставтары йыш ҡына “ҡунаҡҡа” йөрөй башлаған. Тик ир бурысын ҡайтарырға ашыҡмаған.
Сит илгә сығыу хоҡуғынан яҙғас ҡына, ул иҫәпләшергә ризалашҡан. Кипрға ял итергә путевка һатып алған һәм унда оса алмаясағын белгәс, шунда уҡ бурысын тулыһынса ҡаплаған. Ял итергә теләгән кеше бына ниндәй “батырлыҡҡа” эйә, әйтәгүр!