«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Хәүефле емеш-еләк һәм йәшелсә килтерәләр



11.07.2019 Хәүефле емеш-еләк һәм йәшелсә килтерәләр

Төркиә, Үзбәкстан, Әзербайжан, Тажикстан, Грузия, Греция, Ҡытай, Австрия, Тунис һәм Кипрҙан Өфөгә килеүселәрҙең багажы тикшерелгән. Йөк терминалы аша барлығы 290 килограмм карантин аҫтындағы импортлы аҙыҡ-түлек — йәшелсә һәм емеш-еләк килгән.

Баку ҡалаһынан килгән пассажирҙың ҡул багажында 9,5 килограмм хәүефле аҙыҡ асыҡланған — уның фитосанитар сертификаты булмаған.

2012 йылда Әзербайжан, Тажикстан һәм Үзбәкстан илдәренән карантин аҫтындағы аҙыҡ-түлекте килтереү тыйылғайны. 5 марттан алып йәшелсә, емеш-еләк, кипкән емеш һәм сәтләүектәрҙән торған 5 килограмдан артмаған ҡул багажы рөхсәт ителде. Әгәр ҙә тауарҙың тейешле документтары булмаһа, ул тартып алына һәм юҡҡа сығарыла. Был юлы ла Үзбәкстан граждандарының хәүефле йәшел тәмләткестәре һәм алычаһы тартып алынды һәм утилләштерелде.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға