«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Дон Жуан" менән ижад миҙгеле тамамланды



11.07.2019 "Дон Жуан" менән ижад миҙгеле тамамланды

9 июлдә, Өфө сәхнәһендә бөйөк Моцарттың "Дон Жуан" операһы ҡуйылды. Яңы спектакль менән Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры 81-се ижад миҙгелен тамамланы.


Премьераның дирижеры Башҡортостандың атҡаҙанған артисты, "Алтын Битлек" Рәсәй милли театраль премияһының лауреаты Антон Макаров, режиссеры "Алтын Битлек" лауреаты Филипп Разенков, рәссаме Елисей Шепелев (Санкт-Петербург), хормейстеры Александр Алексеев.
Төп партияларҙы Ян Лейше менән Вадим Кравец (Дон Жуан), Асҡар Абдразаҡов менән Рим Рәхимов (Лепорелло), Лариса Ахметова менән Резида Әминова (Донна Эльвира), Эльвира Фатыхова менән Лилиә Халиҡова (Донна Анна), Геннадий Родионов менән Салауат Асҡаров (Командор), Диляра Иҙрисова менән Алина Латыпова (Церлина), Салауат Киекбаев менән Артур Хисамов (Мазетто), Илһам Вәлиев менән Сергей Сидоровтар (Дон Оттавио) башҡара.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: мәҙәниәт министрлығы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға