«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфөлә йәшәгән ғаилә туйҙарының 70 йыллығын билдәләне



11.07.2019 Өфөлә йәшәгән ғаилә туйҙарының 70 йыллығын билдәләне

Баш ҡалала йәшәгән Екатерина һәм Виталий Волковтар бик һирәк осраған ғаилә байрамын – туйҙарының 70 йыллығын ҡаршыланы. Уларҙы был матур ваҡиға менән балалары, туғандары, дуҫтары һәм Калинин районы хакимиәте вәкилдәре ҡотланы.

“Волковтар ғаиләһендә биш бала: Николай, Георгий, Владимир, Вячеслав һәм Алина тыуып үҫкән. Өйҙәрендә һәр ваҡыт йылы һәм күңелле, 8 ейән-ейәнсәр менән 6 бүлә-бүләсәр ҡыуаныс килтерә”, - тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән.

70 йыл бергә булыу бик һирәктәр иңенә тура килә. Шулай ҙа донъяла рекорд ҡуйыусылар бар. Әзербайджандың таулы районында йәшәгән Агаевтар бер быуатлыҡ ғаилә юбилейын ҡаршылап, платина йәки ҡыҙы туй уҙғарған. Ғаилә башлығы Нифтулаға ул мәлдә 126 йәш тулған, ҡатыны Балбеим иһә 116-сы йәшен ҡаршы алған булған.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға