10.07.2019 “Бәйләнештә” селтәрендә “Луиза Хәйруллина фонды” ойошторолған
Төркөмгә әле 2700 самаһы кеше яҙылған, өҫтәлеүселәр һаны артҡан-арта бара.
20 миллиондан артыҡ аҡса урлауҙа ғәйепләнеүсе Луиза Хәйруллина тураһында барлыҡ дөрөҫ мәғлүмәтте бында табырға була. https://vk.com/public184271168 Бында суд барышы хаҡында ла мәғлүмәт урынлаштырыласаҡ.
Шуныһы ҡыҙыҡ, “Против фонда Луизы Хайруллиной” тигән төркөм дә барлыҡҡа килгән https://vk.com/stud100500
Унда 2200 самаһы кеше яҙылған. “Ни өсөн ябай халыҡ бурҙарға аҡса йыйырға тейеш? Улар миллиондарҙы теттереп туҙҙырып бөтһөн дә, беҙҙең аҡса менән енәйәтселәрҙе төрмәнән алып ҡалыу дөрөҫмө?” – тип яҙа күптәр.