10.07.2019 Барыһы ла фатирлы буласаҡ
Өфөнөң «Новобулгаково» һәм «Миловский парк» торлаҡ комплексындағы йорт төҙөлөшөнә аҡса һалыусылар июль аҙағына тиклем фатир асҡыстарын аласаҡ. Бында төҙөлөш туҡтап ҡалып, йорттар ваҡытында тапшырылманы.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров билдәләүенсә, Волга буйы федераль округындағы алданған өлөшсөләрҙең иң күбе - беҙҙең республикала. Уларҙың һаны – 8 мең кеше.
«Осраҡтар төрлө. Күбеһендә – мутлашыу. Беҙ торлаҡты тиҙерәк сафҡа индереү юлдарын эҙләйбеҙ, даими һәм эҙмә-эҙлекле эшләйбеҙ. Минең вәғәҙә биреүемсә, барыһы ла фатирҙарын аласаҡ. Алданған өлөшсөләргә мөрәжәғәт итеп , шуны әйткем килә: килеп тыуған проблеманы хәл итеү юлдары ла төрлө. Был - беҙ бергә үтә торған ауыр юл. Сабыр булыуығыҙҙы һәм беҙгә ышаныуығыҙҙы һорар инем», - тип белдергән ул.