10.07.2019 Луиза тураһында тағы ла "Пусть говорят" тапшырыуы төшөргәндәр
«Россельхозбанк»тан ҙур суммала аҡса урлаған Луиза Хәйруллина тураһында кисә Мәскәүҙә « Пусть говорят» тапшырыуын төшөргәндәр. Унда ҡатындың ире Марат Хәйруллин ҡатнашырға тейеш. Программаның ҡасан эфирға сығыуы билдәһеҙ. Бер интервьюһында Марат, ҡатынымды төрмәнән алып ҡалыу , бурысты ҡайтарыу өсөн халыҡтан аҡса һораясаҡмын, тип белдергәйне. Халыҡ социаль селтәрҙә бур төрмәлә ултырырға тейеш, тип асыулы комментарийҙар яҙа. Ҡомарлы уйындарҙа уйнап, ҡатынын енәйәткә этәргән ирҙе әрләй.