«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ғүмере буйы Үзбәкстанда йәшәһә лә, Гөлсәсәк инәй башҡорт телен онотмаған!



10.07.2019 Ғүмере буйы Үзбәкстанда йәшәһә лә, Гөлсәсәк инәй башҡорт телен онотмаған!

Ейәнсура районының Үрген ауылында торған Гүзәл апай Аҡсурина "Бәйләнештә" селтәренең башҡорт өлөшөнә бик таныш. Уның фәһемле кәңәштәре, фекерҙәре төплө һәм зиһенле булыуы менән айырылып тора.

Гүзәл апай ысын тормошта ла әүҙем. Ауылында ағинәйҙәр ойошмаһында тора, төрлө сараларҙа ҡатнаша. Апай бер юлы сәйәхәт итеп тә өлгөрә.

Яңыраҡ Гүзәл Әсхәт ҡыҙы Үзбәкстан Республикаһына туйға барып ҡайтты. Унда уның атаһы Әсхәт Әбделәхәт улының бер туған һеңлеһе Гөлсәсәк Абдуллина йәшәй.

- Апайыма 88 йәш, балалары менән Наманган ҡалаһында тора. Шөкөр, аңы-зиһене теүәл, үҙ-үҙен ҡарай ала, ашарға бешерә, китаптар уҡый.
Әле барғанда "Йәшлек" гәзитен йыйып алып барҙым. Апайым эй рәхәтләнеп, ҡыуанып уҡыны! Былтыр Таңсулпан Ғарипованың "Бөйрәкәй" китабын алып барған инем, туғаным өс тапҡыр ҡабатлап уҡып сыҡтым ти.

Гөлсәсәк апай ситтә 70 йыл йәшәй, бер ҙә башҡорт телен онотмаған. 71 йәшенә тиклем банкта эшләне, стажы - 53 йыл.

Ҡайһы бер кеше ике-өс йылда башҡортса һөйләшергә оноттом тигәнгә ышанғы килмәй. Апайым ана ғүмере буйы үзбәктәр араһында йәшәһә лә туған телен иҫләй, - тип Гүзәл апай беҙгә сәфәр тәьҫораттарын һөйләне.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға