«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һарымһаҡ уҡтарынан тәмләткес



24.07.2019 Һарымһаҡ уҡтарынан тәмләткес

Һарымһаҡты үҫтермәүселәр һирәктер. Ошо осорҙа уның уҡтарын өҙәләр. Уңған хужабикәләр уны әрәм итмәй, төрлө ысулдар менән ҡышҡылыҡҡа ризыҡ әҙерләй: тоҙлай ҙа, маринадлай ҙа. Беҙ һеҙгә борщ өсөн тәмләткес тәҡдим итәбеҙ.

Бының өсөн 200 г һарымһаҡ уҡтары, 200 г укроп, 70-100 г зәйтүн майы кәрәк. Уҡлы һабаҡты 3-4 см оҙонлоғонда турарға. Һуңынан блендерға һалып иҙергә. Һарымһаҡлы бутҡаға туралған укроп, зәйтүн майы һалып болғатырға. Фольганы 10x10 итеп ҡырҡып, эсенә бер ҡалаҡ ошо массаны һалып, һыуытҡысҡа туңдырырға ҡуйырға. Борщҡа, картуф иҙмәһенә һалырға хуш еҫле тәмләткес килеп сыға.





Автор: З. Йәһүҙина
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға