«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Асығауыҙҙарҙы алдауы еңел



09.07.2019 Асығауыҙҙарҙы алдауы еңел

Картаһындағы иҫәбенән аҡсаһын юғалтҡан һәр өсөнсө кеше - иғтибарһыҙ, эшкинмәгән, кибернаҙан. Бына шундайыраҡ һығымтаға килгән Үҙәк банк белгестәре.

Беләһегеҙ, хәҙер мутлашыусылар күп һәм уларҙың эш схемаһы көндән-көн байый. Беҙ йоҡлайбыҙ, ә улар - юҡ.
Асыҡлауҙарынса, кеше үҙе мутлашыусыға картаһындағы бөтә мәғлүмәтте биш минут эсендә һөйләп бирә, имеш. Етмәһә, банктан кредит алғанда бөтә "данный"ҙары шунда ҡала.

Мошенниктар күбеһенсә ошо схема менән эшләй: "ҡорбанына" банк хеҙмәткәре булып шылтырата, йәнәһе, системала мәғлүмәттәрҙе яңыртырға кәрәк. Берыңғай өҫтәмә хеҙмәт (шунса-шунса һум кредит һеҙгә ужы әҙер) тәҡдим итә. Йәки Именлек хеҙмәте вәкиле сүрәтендә шылтыраталар. Был юлы иҫәптә әүҙемлек күргән кеше булып, ярҙам-фәлән кәрәкмәйме, тигән һымағыраҡ йә абайыраҡ булығыҙ, иҫәбегеҙ менән нишләйһегеҙ ул, тиеңкерәп хәбәр һөйләйҙәр.

Мутлашыусының теле телгә йоҡмай. Яуапты ла тиҙ биреүҙе һорайҙар. Кеше, бигерәк тә асығауыҙыраҡ булһа, телефондың теге башында нимә һорайҙар, шуны бер тында һөйләй ҙә бирә.

"Финшок" федераль проекты эксперты Лолла Кириллова, һәр нәмәгә шик менән ҡарауҙы ғәҙәт итеп алһағыҙ, алданмаҫһығыҙ, ти.

Уның әйтеүенсә, әгәр ҙә һеҙҙән картағыҙға бәйле мәғлүмәт һорайҙар икән, был осраҡта бер секундҡа ла "ойоп" ҡалмағыҙ. Үҙем шылтыратып әйтермен, тиһәгеҙ ҙә ярай.

Иҫкәртеп торалар, халыҡ алданып тора...





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға