«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Юлдаш” тәҡдим итә



11.07.2019 “Юлдаш” тәҡдим итә

"Теге өсәү" ялда ... әммә тауыштары эфирҙа

Ауыр эшкә беләк бар, ҡыйыу эшкә йөрәк бар, әммә ял итергә лә теләк бар. Хәйер, илебеҙҙең хеҙмәт кодексында һәр кемебеҙгә лә йылына бер айлыҡ ял бирелә. "Теге өсәү" ҙә, йәғни Филүс, Йәмил һәм Ғәзиз был мөмкинлектән урынлы файҙалана.

"Иртәнсәккәй тороп" күңел асыу тапшырыуы йәйге ялда! Ял тип ни инде, ҡалалағы эштән, йәғни көндәлек эфирҙан, егеттәр бер айға ауылдағы эшкә күсә. Уятҡыс программаны алып барыусылар ял мәленә генә бер-береһенән һәм студиянан айырыла. Йәй йәм­дәренә кинәнгән һәр кем кеүек улар ҙа хәҙер – баҡсала, яланда, бе­сәндә, һыу буйында... Әммә тауыштары, танһыҡ самала ғына булһа ла, эфирҙа яңғырап торасаҡ: тап­шырыуҙың быйыл үткән иң ҡыҙыҡлы өлөштәренең яҙмалары ҡабаттан тәҡдим ителә. Улар эфирға сәғәт һигеҙенсе егерме минутта, туғыҙ тула егерме минуттан тигәндә һәм унынсы ун биш минутта сығасаҡ. Тапшырыу, ғәҙәттәгесә, тура эфир­ҙа 5 августа яңғырай башлай. Иртәнсәккәй тороп, радио тыңлаусыларҙы йәнә Филүс, Йәмил һәм Ғәзиз сә­ләмләйәсәк. Һеҙ һағынып өлгөргән йәнле әң­гәмәләр, сәмле уйындар, төрлө темаға ҡыҙыҡлы фекер алышыу башлана.

Ә сентябрь айында иһә "Юлдаш" радиоһында, яңы миҙгелгә аяҡ баҫҡас, тыңлаусыларҙы байтаҡ яңылыҡ көтә. Шуларҙың иң ҙуры, моғайын, иртәнге күңел асыу программаһына ҡағылыр. Ниндәй булыр ул үҙгәрештәр? Әлегә – сер, яңы атҡан таңдар күрһәтер.

Эфирҙа ҡыҙыҡлы осрашыуҙар көтһөн, дуҫтар. Тәүлек әйләнәһе йыр-моң таратҡан "Юлдаш"тан айырылмағыҙ! Беҙ бергә! Интернеттағы адресыбыҙ: юлдашфм. ру.





Автор: Ғ. Әбделмәнов
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға